Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 22:18 - Изге Яҙма

18 Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе: – Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Аллам Раббының бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе: – Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Раббы Алламдың бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе: – Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Аллам Раббының бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 22:18
14 Referencias Cruzadas  

– Тере Раббы шаһит: Аллам миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтара Михаяһ.


– Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ.


Билғам Балаҡҡа: – Раббы ни ҡуша, шуны эшләрмен тип әйтмәнемме ни мин һиңә? – тип яуап ҡайтарҙы.


Билғам Балаҡка: – Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –


Даниил батшаға: – Бүләктәреңде үҙеңдә ҡалдыр, хөрмәтеңде башҡаларға күрһәт. Ә бында яҙылғандарҙы батшама мин былай ҙа уҡып бирермен, уның нимә аңлатҡанын әйтермен, – тине.


Хәйер, һеҙ ҙә бында ҡунып китегеҙ. Раббы ни әйтер икән – тағы белешермен.


Билғам иһә Балаҡҡа: – Ебәргән илселәреңә: «Балаҡ миңә йорто тулы алтын-көмөшөн бирһә лә, изгелек ҡылыу өсөн дә, яманлыҡ ҡылыу өсөн дә үҙ ихтыярым менән Раббы әмерен аша атлап сыға алмайым. Раббы ни бойорһа, тик шуны ғына һөйләрмен», – тип әйтмәнемме ни?


– Хатта ярты батшалығыңды бирәм тиһәң дә бармайым, был ерҙә икмәк тә ашамайым, һыу ҙа эсмәйем, – тип яуапланы Алла бәндәһе. –


Билғам уларға былай тине: – Был төндө ошонда ҡунығыҙ, Раббы миңә ни тиһә, шуны яуап итеп һеҙгә әйтермен. Моав вәзирҙәре Билғам янында ҡалды.


Ләкин Мин Билғамдың ҡәһәрен тыңларға теләмәнем. Һәм ул һеҙҙе ҡабат-ҡабат фатихаланы. Мин һеҙҙе уның ҡулынан араланым.


Өйҙәрен көмөш менән тултырған, Алтынға хужа булған түрәләр араһында.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios