Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 20:4 - Изге Яҙма

4 Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни?

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 20:4
13 Referencias Cruzadas  

Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.


«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.


Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!


Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.


Мысырҙа бушлай ашаған балыҡ, ҡыяр, ҡауын, һуған-һарымһаҡ иҫкә төшә.


– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!


– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.


Исраилдар Муса менән Һарунға зарланды; бөтә йәмғиәт уларға: – Мысыр ерендә һәләк булһаҡ йә ошо сүллектә генә үлеп ҡалһаҡсы!


сөнки, Мысырҙан сығып барған саҡта, исраилдар сүллек аша үтеп Ҡамышлы диңгеҙ буйына табан юл алдылар һәм Ҡадешҡа килделәр.


ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: „Мысырҙан ниңә киттек икән?“ – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios