Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 2:2 - Изге Яҙма

2 – Исраилдар сатырҙарын үҙҙәренең байрағы һәм нәҫел тамғаһы аҫтында Осрашыу сатыры тирәләй бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡорһон.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраилдар сатырҙарын үҙҙәренең байрағы һәм нәҫел тамғаһы аҫтында Осрашыу сатыры тирәләй бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡорһон.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Исраилдар сатырҙарын үҙҙәренең байрағы һәм нәҫел тамғаһы аҫтында Осрашыу сатыры тирәләй бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡорһон.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 2:2
23 Referencias Cruzadas  

Ләкин бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле булырға тейеш.


сөнки Алла – тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә тыныслыҡ Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,


Ошо рәүешле һеҙ ҡайҙа барырға икәнен аңларһығыҙ – сөнки был юлдан бығаса йөрөгәнегеҙ булманы. Ләкин һеҙҙең менән Килешеү һандығы араһында ике мең терһәк ара ҡалырға тейеш, шунан яҡын килмәгеҙ.


Иң һуңынан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Дан ғәскәре юлға сыҡты. Уларҙың ғәскәре башында Ғаммишаддай улы Ахиғәзер тора ине.


Артабан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Әфраим ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәрҙең башында Ғаммиһуд улы Әлишамағ ине.


Левиҙәр ҡарамағына Килешеү сатырын, уның бар кәрәк-ярағын, уға ҡағылышлы бөтә нәмәне тапшыр. Улар сатыр менән уның бөтә мөлкәтен күсереп йөрөтһөн, уны хәстәрләһен; үҙ сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон.


Ул Мәсихтән, тәндең башынан, айырылған. Ә баш бөтә тәнде тотоп тора һәм тән, быуындар, һеңерҙәр аша үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алланың ниәтенә ярашлы үҫә.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Ул көн Аллалары Раббы Үҙенең халҡын ҡотҡарыр, Һарыҡ көткәндәй уларҙы әйҙәп йөрөр. Уның ерендә таждағы ҡаш һымаҡ балҡырҙар.


Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.


Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ!


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».


Шунан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Рәүвән ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәр башында Шедеур улы Әлисур ине.


Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине.


Рәүвән тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Шедеур улы Әлисур булһын.


Йәһүҙә тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнсығышта урынлашһын. Йәһүҙәләрҙең башлығы Ғамминадав улы Нахшон булһын.


Артабан Раббы Муса менән Һарунға былай тине:


Билғам ырыу-ырыу булып урынлашҡан Исраил халҡын күрҙе. Шунда Билғамға Алла рухы иңде һәм


Ер һәм унда йәшәгәндәр сайҡалғанда, Терәктәрен нығытыусы – Мин ул». Села


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios