Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 19:21 - Изге Яҙма

21 Исраилдар өсөн был – мәңгелек ҡағиҙә. Таҙарыныу һыуы һирпкән кеше лә кейемдәрен йыуһын; таҙарыныу һыуына ҡағылған әҙәм дә кискә тиклем нәжес булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Исраилдар өсөн был – мәңгелек ҡағиҙә. Таҙарыныу һыуы һирпегән кеше лә кейемдәрен йыуһын; таҙарыныу һыуына ҡағылған әҙәм дә кискә тиклем нәжес булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Исраилдар өсөн был – мәңгелек ҡағиҙә. Таҙарыныу һыуы һирпкән кеше лә кейемдәрен йыуһын; таҙарыныу һыуына ҡағылған әҙәм дә кискә тиклем нәжес булыр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 19:21
12 Referencias Cruzadas  

Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне. Уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынаябыҙ.


Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Шунан ҡаһин кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөл ҡойонһон, һуңынан тупламға инә ала, ләкин ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Осрашыу сатырында бары тик левиҙәр хеҙмәт итһен һәм бөтә етешһеҙлек өсөн ғәйепте үҙҙәренә алһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Исраилдар араһында левиҙәрҙең ер биләмәһе булмаҫ.


Тананы яндырған кеше лә кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөлләнһен, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


Тана көлөн йыйған кеше лә өҫтөндәге кейемдәрен йыуһын, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр. Был исраилдарға ла, улар араһында йәшәгән килмешәктәргә лә мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios