Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 19:19 - Изге Яҙма

19 Таҙа кеше өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Таҙа кеше таҙа булмаған кешегә өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Таҙа кеше өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 19:19
18 Referencias Cruzadas  

Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Ул таҙарыныу һыуы менән өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынһа, таҙа булыр. Әгәр өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынмаһа – таҙа булмаҫ.


Етенсе көндө ул сәсен, һаҡал-мыйығын, ҡашын, тәнендәге бөтә йөндө ҡырһын, кейемен йыуһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр.


Башҡаларын уттан тартып алғандай ҡотҡарығыҙ. Ҡалғандарына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Уларҙың хатта тәне нәжесләгән кейемдәре лә һеҙҙең өсөн харам һәм ерәнгес булһын.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Тағы шул: ете көн тупламдан ситтә булығыҙ. Кеше үлтергән йәки мәйеткә ҡағылған һәр кем – үҙегеҙ ҙә, әсирҙәрегеҙ ҙә – өсөнсө көндө һәм дә етенсе көндө таҙарынһын.


Етенсе көнгә Алла Үҙенең эшен теүәлләне. Етенсе көндә Үҙенең барлыҡ эштәрен тамамлап, Ул ял итте.


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Таҙаларҙан берәйһе, майағасты ошо һыуға манып, шуның менән сатырға, сатырҙағы һауыттарға, кешеләрғә, шулай уҡ кеше һөйәгенә йәки үлтерелгән, үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә йәки ҡәбергә ҡағылғандарға һирпһен.


йоғошло тире ауырыуынан таҙарыныусы кешегә ете тапҡыр һирпһен һәм уны таҙа тип иғлан итеп, тере ҡошто ҡырға ебәрһен.


Етенсе көндө кейем-һалымығыҙҙы йыуығыҙ, таҙа булырһығыҙ, шунан һуң тупламға ҡайтығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios