Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 19:14 - Изге Яҙма

14 Бына ҡанун: әгәр берәйһе сатырҙа вафат булһа, унда ингән һәм эсендә булған һәр кем ете көн буйы нәжес һаналыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Бына ҡанун: әгәр берәйһе сатырҙа вафат булһа, унда ингән һәм эсендә булған һәр кем ете көн буйы нәжес һаналыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Бына ҡанун: әгәр берәйһе сатырҙа вафат булһа, унда ингән һәм эсендә булған һәр кем ете көн буйы нәжес һаналыр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 19:14
13 Referencias Cruzadas  

Мәйет янына барыу өсөн ул Изге сатырҙы ҡалдырып Аллаһының Изге торлағын хурламаһын: хатта атаһы менән әсәһе үлгән осраҡта ла ул үҙен нәжесләргә тейеш түгел, сөнки ул Аллаһының мәсех майы менән изгеләндерелгән. Мин – Раббы.


Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Ҡапҡас менән ябылмаған һәр һауыт нәжесләнер.


Был – һәр төрлө йоғошло тире ауырыуҙары, таҙ, шеш, сабыртҡы, таптар, шулай уҡ кейем-һалымда һәм өйҙә булған үңәҙ тураһындағы ҡанун. Уларҙың ҡасан пак, ҡасан нәжес булыуын белер өсөн, тире ауырыуҙары тураһында ҡанун был.


Ағынтыһы булған йәки мәнейе ағып нәжесләнгән ир-ат, күрем күргән ҡатын-ҡыҙ, ағынтыһы килгән ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ, нәжес һаналған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылған ир кеше тураһындағы ҡанун был.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарун улдары ҡаһиндарға иғлан ит, әйт уларға: туған-тыумасаһының мәйетенә ҡағылып, үҙҙәрен нәжесләмәһендәр.


– Исраилдарға әйт, йоғошло сир менән ауырығандарҙың, ағынтыһы булғандарҙың һәммәһен, мәйеткә ҡағылып нәжесләнгәндәрҙең барсаһын тупламдан сығарып ебәрһендәр.


Уның сәсе Раббыға бағышланыуының билдәһе булып тора, шуға күрә ул Раббы нәзирлегенә бағышланған көндәрҙә мәйет эргәһенә килергә тейеш түгел.


Әгәр уның янында берәйһе көтмәгәндә вафат булып ҡуйһа, шунлыҡтан нәҙер әйтеүсенең сәсе аңғармаҫтан нәжесләнһә, таҙарыныу көнөндә, етенсе көндө, ул сәсен ҡырһын.


Мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнеп, Ҡотҡарылыу байрамын ул көндө үткәрә алмаған кешеләр ҙә бар ине, улар, шул көндө үк Муса менән Һарунға килеп,


Барлыҡ кейем-һалымығыҙҙы, күндән, кәзә дебетенән булған, ағастан яһалған барлыҡ әйберҙәрегеҙҙе таҙартығыҙ.


Исраил халҡы ете ай буйы уларҙы күмеп үҙ илен таҙартыр.


Бынан һуң ул, таҙарыныу йолаһын башҡарып, ете көн көтөргә тейеш.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios