Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 18:9 - Изге Яҙма

9 Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 18:9
24 Referencias Cruzadas  

Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.


Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын салған ерҙә, мөҡәддәс урында һуйһын. Ғәйеп ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Был – изгеләрҙән-изге ҡорбан.


Әгәр ҙә ил халҡы араһынан берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була.


Әгәр ҙә етәкселәрҙән берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының, үҙенең Аллаһының, бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була.


– Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән.


Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.


һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар.


Әгәр ҙә берәйһе ниндәй ҙә булһа эште күрһә йәки шул турала ишетеп белһә, әммә шаһиттарҙы ләғнәтләү ҡурҡынысы аҫтында хөкөмгә саҡырғанға хәбәрҙар булып та шаһитлыҡ итмәһә, ул ошо ғәйебенең язаһын күтәрер.


Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге.


Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.


Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.


Уларҙы иң изге ҡорбан булараҡ ашарһығыҙ. Уны тик ир затынан булғандар ғына ашай ала. Был өлөш һинең өсөн изге булыр.


Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.


Икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары – уларҙың ризығы. Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә уларҙыҡы булыр.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Раббы Мусаға былай тине:


Әммә ҡояш байығандан һуң таҙа һаналыр, изге аҙыҡ ашай алыр, сөнки был – уның ризығы.


Ләкин ҡаһиндың аҡса түләп һатып алған ҡоло йәки уның йортонда тыуғандар был ризыҡты ашай ала.


Левиҙәрҙән булған ҡаһиндарҙың, бөтә Леви ырыуының Исраилда биләмә ерҙәре, үҙ өлөштәре булмаҫ: улар Раббыға бағышлап килтерелгән ут ҡорбандарынан туҡланыр, сөнки уларҙың өлөшө шул.


Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды.


шулай уҡ, ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ йортона, унда хеҙмәт иткән ҡаһиндарға баш бала булып тыуған улдарыбыҙҙы, эре һәм ваҡ малдан алған тәүге үрсемде килтерергә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios