Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 16:42 - Изге Яҙма

42 Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

42 Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

42 Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 16:42
10 Referencias Cruzadas  

Ҡорах Муса менән Һарунға ҡаршы үҙе яҡлыларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына йыйғас, бөтә йәмғиәт алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды.


Муса менән Һарун халыҡ эргәһенән Осрашыу сатырына табан йүнәлде, унда сәждәгә йығылды. Бына шул саҡ алдарында Раббы шөһрәте пәйҙә булды.


Муса менән Һарун Осрашыу сатырына инделәр. Унан сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирҙеләр. Бына шул саҡта барса халыҡ алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды.


Бөтә йәмғиәт уларҙы таш менән бәргесләп үлтереүҙе талап итеп ярһыны. Әммә шул саҡ Раббының шөһрәте Осрашыу сатырында бөтә исраилдарға күренде.


Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште.


Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде.


Ә иртәнсәк Раббының шөһрәтен күрерһегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең Үҙенән зарланғанығыҙҙы ишетте. Ә беҙ шул тиклем кем? Ниңә беҙ икәүгә дәғүә белдерәһегеҙ?


Муса менән Һарун Осрашыу сатыры алдына килде.


Бында халыҡ өсөн һыу юҡ ине, шуға күрә бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios