Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 16:3 - Изге Яҙма

3 Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 16:3
20 Referencias Cruzadas  

Сөнки Ул баҡыр ишектәрҙе емерҙе, Тимер биктәрен һындырҙы.


Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.


һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.


иртәгә шуға ҡуҙ, ҡуҙ өҫтөнә Раббы хозурында хуш еҫле матдәләр һалығыҙ. Раббы кемде һайлаһа, шул изге булыр. Етер һеҙгә, Леви улдары!


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән.


Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Үҙегеҙ көн иткән, Мин һеҙҙең арала йәшәгән ерҙе нәжесләргә тейеш түгелһегеҙ, сөнки Мин, Раббы, исраилдар араһында йәшәйем.


Һин бит әле үҙең яҡлылар менән бергә Раббының Үҙенә ҡаршы сыҡтың. Һарун кем ул, уға ҡаршы һөйләнергә?


Тупламды нәжесләмәһендәр өсөн ундайҙарҙы – ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла – тупламдан ситкә ҡыуығыҙ, сөнки унда, исраилдар араһында, Мин йәшәйем.


Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.


Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios