2 Раббы Мусаға былай тине:
Мин Ҡадеш-Барнеағтан шул ерҙәрҙе ҡарарға тип атайҙарығыҙҙы ебәргәс, улар ҙа шулай иткәйне:
Ер бүлергә һәр ырыуҙан берәр башлыҡты алығыҙ.
Мин, ырыуҙарығыҙҙан аҡыллы һәм абруйлы ирҙәрҙе алып, уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуйҙым, мең башы, йөҙ башы, илле башы, ун башы билдәләнем, һәр ырыуға етәкселәр тәғәйенләнем.
Раббы Мусаға былай тине: – Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон.
Һәр ырыуҙан нәҫел башлығы булған берәр кешене ярҙамға алығыҙ.
Исраил халҡы араһынан һәләтле кешеләрҙе һайлап алып, уларҙы мең баштары, йөҙ баштары, илле баштары, ун баштары итеп ҡуйҙы.
– Исраилдарға Мин бирәһе Ҡәнғән ерен ҡарап ҡайтырға кешеләреңде ебәр: һәр ырыуҙан берәр кешене, башлыҡтарҙы, ебәр.
Ул һеҙгә Ҡадеш-Барнеағта: «Барығыҙ, Мин һеҙгә биргән ерҙе барып алығыҙ», – тип ҡушҡанда ла Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Уға ышанманығыҙ, әйткәндәренә ҡолаҡ һалманығыҙ.
Ғад ырыуынан Махи улы Геуил.
Ә һеҙ үҙегеҙгә Исраил ырыуҙарынан ун ике кеше – һәр ырыуҙан берәр кеше – һайлап алығыҙ.