Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 11:4 - Изге Яҙма

4 Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо: – Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо: – Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо: – Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. –

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 11:4
16 Referencias Cruzadas  

Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ.


улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты.


Уларҙы ҡараңғылыҡтан, Шомло ҡараңғылыҡтан сығарҙы, Бығауҙарын селпәрәмә өҙҙө.


Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».


Ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, улар исраилдар араһынан бөтә сит ҡәүемдәрҙең нәҫелдәрен айырып ебәрҙе.


Тормошоғоҙға Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!


шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә


– Һинең беҙҙе һәләк итер өсөн һөт менән бал аҡҡан ерҙән алып сыҡҡаның аҙмы ни? Инде хәҙер өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә теләйһең!


юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ,


– Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ.


Халыҡҡа былай тип әйт: «Иртәгәһе көнгә үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, шунан ит ейерһегеҙ, – тиң. – Раббыға: „Әле ит ашаһаң икән! Беҙгә Мысырҙа яҡшыраҡ ине лә баһа“, – тип илаулағайнығыҙ, бына Раббы хәҙер һеҙгә ит бирә, ит ашарһығыҙ.


Бөтөн йәмғиәт тауыш ҡуптарҙы һәм халыҡ төнө буйы илап сыҡты.


Тавғырала, Массала, Ҡивроҫ-Һаттауала ла Раббыны асыуландырҙығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios