Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 1:1 - Изге Яҙма

1 Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине:

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине:

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 1:1
15 Referencias Cruzadas  

Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандың өсөнсө айында – яңы ай тыуған көндө – Синай сүленә килеп етте.


Исраилдар Мысыр еренән сыҡҡандан һуң, икенсе йылдың беренсе айында Синай сүлендә Раббы Мусаға былай тине:


Раббы Синай тауында Исраил халҡына Муса аша биргән бойороҡтар ошоларҙан ғибәрәт.


Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине:


Икенсе йылдың беренсе айының тәүге көнөндә Изге торлаҡ ҡоролдо.


– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.


Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы.


икенсе айҙың беренсе көнөндә бөтә йәмғиәтте йыйҙылар ҙа Раббы бойорғанса йәше егерменән уҙған барлыҡ ир-атты нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса берәм-берәм исемлеккә теркәнеләр. Шул рәүешле Муса Синай сүлендә халыҡтың иҫәбен алды.


Рефидимдан ҡуҙғалып китеп, Синай сүленә килеп туҡтаған Исраил халҡы тау ҡаршыһында туплам булып урынлашты.


Раббы көтмәгәндә Мусаға һәм Һарун менән Мирйәмгә: – Өсөгөҙ ҙә Осрашыу сатыры янына барығыҙ, – тип бойорҙо. Өсөһө лә китте.


Исраилдар Мысырҙан сыҡҡандың ҡырҡынсы йылында, ун беренсе айҙың беренсе көнөндә Муса Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да Исраил халҡына белдерҙе.


Аллағыҙ Раббы барлыҡ ғәмәлдәрегеҙгә фатихаһын бирҙе. Был мөһабәт сүллектә йөрөгән сағыңда гел һеҙҙе ҡурсаланы. Бына ҡырҡ йыл инде Аллаң Раббы һеҙҙең менән һәм бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисергәнегеҙ юҡ».


Ҡадеш-Барнеағтан сыҡҡан дәүерҙән Зеред үҙәнен уҙғанға тиклем утыҙ һигеҙ йыл булды. Раббы ант иткәнсә, ул быуындың барлыҡ яугирҙәре был ваҡыт арауығында үлеп бөттө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios