Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йоил 3:2 - Изге Яҙма

2 Бөтә халыҡтарҙы йыйып, Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Бөтә халыҡтарҙы йыйып Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Бөтә халыҡтарҙы йыйып, Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар.

Ver Capítulo Copiar




Йоил 3:2
30 Referencias Cruzadas  

«Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн, Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор».


Сөнки Раббы бөтә кешелеккә Ут һәм ҡылыс менән хөкөм ҡылыр – Уның ҡулынан юҡ ителгәндәр һанһыҙ булыр.


Мин уны өҫтөнә ҡырғын килтереп, ҡанын ҡойоп язалармын. Уға, ғәскәренә, уның менән бергә килгән күп халыҡтарға ҡойма ямғыр, таш һымаҡ боҙ, ут һәм көкөрт яуҙырырмын.


Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Һармагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.


«Ҡәүемдәр күтәрелеп килһендәр, Йеһошафат үҙәнендә йыйылһындар. Мин шул ерҙә ултырырмын, Һәммә халыҡтарға хөкөм сығарырмын».


Ул көндө Исраилда, диңгеҙҙән көнсығышта, Сәйәхәтселәр үҙәнендә Гогҡа бер ҡәбер урыны бирермен. Ул үтеп йөрөүселәрҙең юлына кәртә булып торор. Унда Гогты бөтөн өйөрө менән ерләрҙәр һәм Һамон-Гог үҙәне тип атарҙар.


Мин Раббының Йәһүҙә һәм Исраилда булғаныма ҡарамай, һин: „Был ике халыҡ, был ике ил минеке буласаҡ, мин уларға хужа буласаҡмын“, – тинең.


Был гөрһөлдәү ерҙең сиктәренә барып етер, Сөнки Раббы ҡәүемдәргә дәғүә ҡуйыр; Һәр бер йән эйәһе менән хөкөмләшер, Яуыздарҙы ҡылыстан үткәрер», – тип белдерә Раббы.


һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр.


Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,


Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“».


Раббы Хаким былай ти: «Моав менән Сеғир халҡы: „Ҡарағыҙ, Йәһүҙә нәҫеленең башҡа ҡәүемдәрҙән бер айырмаһы ла юҡ!“ – тигән өсөн


Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй?


Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.


Дүртенсе көндө Шөкөр үҙәненә йыйылалар, шунда Раббыға шөкөр ҡылалар. Шуға күрә был ерҙе әлегәсә Шөкөр үҙәне тип йөрөтәләр.


Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде, үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡҡан кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.


Мин уларҙың ғәмәлдәрен дә, фекерҙәрен дә беләм. Бөтә ҡәүемдәрҙе һәм телдәрҙе бергә туплаған сағым етер. Улар килеп Минең шөһрәтемде күрәсәк.


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ».


– Эй әҙәм улы, Исраил тауҙарына пәйғәмбәрлек ит, әйт уларға: «Эй Исраил тауҙары, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Өйөр-өйөр халыҡ – Хөкөм үҙәнендә. Хөкөм үҙәненә Раббы көнө яҡынлаша!


Ләкин улар Раббының ниәтен белмәй, Уның маҡсатын аңламай, Ырҙынға йыйылған көлтә һымаҡ, Раббы бит уларҙы һуғырға йыйып килтерҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios