Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йоил 3:1 - Изге Яҙма

1 Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам.

Ver Capítulo Copiar




Йоил 3:1
23 Referencias Cruzadas  

Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын.


Мин Үҙ халҡым Исраилдың Яҙмышын яңынан үҙгәртермен: Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа Йорттар һалып йәшәрҙәр, Йөҙөм ағастары ултыртып, Шараптан өҙөлмәҫтәр, Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар.


Мин һеҙгә табылырмын, – тип белдерә Раббы. – Элекке мул, имен тормошоғоҙҙо кире ҡайтарырмын, бөтә халыҡтар араһынан, ҡайҙа ҡыуып таратҡанмын, шул урындарҙан һеҙҙе ҡабат йыйып алырмын да төйәгегеҙгә ҡайтарырмын».


Дауыттың доғаһы. Мин бисара бер фәҡирмен, Ҡолаҡ һал да яуап ҡайтар, Раббым!


Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Сөнки уларҙы ата-бабаларына биргән илдәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Әммә, бер көн килеп, Мин Содом менән уның ҡыҙҙарын, Самария менән уның ҡыҙҙарын, улар менән бергә һине яңынан мул, имен тормошҡа ҡайтарырмын.


Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта Ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын.


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


– Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит!


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Әгәр шелтәмә ҡолаҡ һалһағыҙ, рухымды өҫтөгөҙгә түгермен, әйтер һүҙҙәремде еткерермен.


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios