Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йоил 1:13 - Изге Яҙма

13 Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейемдәре кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.

Ver Capítulo Copiar




Йоил 1:13
27 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».


Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр.


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө.


Мәсих хеҙмәтселәреме? Әйткәнем аҡылһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.


Киреһенсә, бөтөн нәмәлә үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла,


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Шулай итеп, һәр кем беҙҙе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.


Һеҙ иһә Раббының ҡаһиндары тип аталырһығыҙ, Аллабыҙҙың хеҙмәтселәре тип йөрөтөрҙәр һеҙҙе. Ҡәүемдәрҙең байлығы менән файҙаланырһығыҙ, Уларҙан килгән мал-мөлкәт менән маҡтанырһығыҙ.


Дауыт бала хаҡына Аллаға ялбарҙы, ураҙа тотто, төндө ерҙә ятып үткәрҙе.


Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


Тантаналы көндә, Раббының байрамында һеҙ нимә эшләрһегеҙ?


Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.


Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен.


Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ.


Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә – ярты һин, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә һиндың өстән бер өлөшө, һәр бәрәс менән бергә һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Был – йыл әйләнәһенә һәр айҙың башында килтерелә торған ут ҡорбаны.


Баштарын тап-таҡыр итеп ҡырыр, Ҡайғы кейемен кейер. Һинең өсөн хәсрәтләнеп, Әрнеп-әрнеп йәш түгер.


Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios