Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 6:1 - Изге Яҙма

1 «Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 «Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 «Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 6:1
19 Referencias Cruzadas  

Тиреҫ ҡапҡаһын Бейт-Һаккәрәм биҫтәһе башлығы Рехав улы Малкияһ йүнәтте: уны төҙөп, ишектәрен, йоҙаҡтарын һәм биктәрен ҡуйҙы.


Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән.


Бейт-Ләхәм менән Ғетамды, Теҡоғаны,


Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә


Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй.


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Тыңлағыҙ! Бер хәбәр килә! Төньяҡ илдән оло шау-шыу күтәрелә! Ул Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡҡа, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәсәк.


Һыбайлы һәм уҡсылар аҡырышыуынан Ҡалаларҙың барлыҡ халҡы ҡаса, Улар урман шырлыҡтарына йүгерә, Ҡаяларға үрмәләй. Бөтә ҡалалар ташландыҡ ҡалды – Уларҙа һис кем йәшәмәй».


Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.


Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios