Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 4:8 - Изге Яҙма

8 Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 4:8
22 Referencias Cruzadas  

Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.


Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


– Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «„Аһ ул көн!“ – тип һыҡтағыҙ.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


Оятҡа ҡалды Моав, тар-мар ителде! Үкереп-үкереп илағыҙ! Моавтың бушлыҡҡа әйләнгәнен Арнон буйында иғлан итегеҙ!


Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ебәргән Һәләкәт булып килә ул көн!


Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Шуға күрә бөйөк Хаким Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Раббы Мусаға былай тине: – Халыҡтың бөтә башлыҡтарын йый ҙа, уларҙы көн яҡтыһында Раббы алдында үлтереп аҫып ҡуй, шунан Раббының исраилдарға булған ярһыуы баҫылыр.


Эй һеҙ, үтеп барыусылар, ҡарағыҙ! Күҙ һалығыҙ ҙа күрегеҙ, Миңә бирелгән ғазаптай бармы тағын? Бына ниҙәр ҡылды миңә Раббы Асыуы ялҡынлаған көнөндә.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.


Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios