Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 3:1 - Изге Яҙма

1 «Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы? Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 «Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы?» Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 «Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы? Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 3:1
34 Referencias Cruzadas  

Күршеләрең, енси дәрте ташып торған Мысыр улдары менән зина ҡылдың. Үҙеңдең тыйғыһыҙ аҙғынлығың менән Мине ярһыттың.


«Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң,


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды.


Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.


Был йәриә, уға асыуланып, атаһы йортона, Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәмгә ҡайтып китте. Ул дүрт ай килмәй торғас,


Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан, Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ. Был ер, нәжесләнгән өсөн, Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк.


«Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ!


Мин бит һеҙҙе уңдырышлы ергә алып килдем, Тәмле емешен ашаһын, Байлығын файҙаланһын тигәйнем, Әммә һеҙ килеп еремде нәжесләнегеҙ, Биләмәмде ерәнгес бер урынға әйләндерҙегеҙ.


Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.


ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.


Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне.


Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей, Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә.


«Ливан башына менеп ҡысҡыр, Тауышың Башандан яңғыраһын; Ғаваримда тороп иңрә, Сөнки бар уйнаштарың юҡ булды.


Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды.


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Эй юлдан яҙған ҡыҙ, Ҡасанғаса ҡаңғырып йөрөрһөң? Раббы донъяла яңы бер нәмә бар ҡылды: Ҡатын ирҙе эҙләйәсәк.


Быларҙың барыһын да ҡылған сағыңда нәфсең шул тиклем аҙғын ине, – тип белдерә Раббы Хаким, – һин хаяһыҙ фәхишә һымаҡ ҡыландың!


Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios