Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 24:1 - Изге Яҙма

1 Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим улы Йеһояхинды, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 24:1
22 Referencias Cruzadas  

Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан уны ғәйепләп тора ине.


Шунан Раббы миңә дүрт тимерсене күрһәтте.


Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ.


Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.


Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар.


Шул осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ғәскәрҙәре Йәрүсәлимгә килде һәм уны ҡамап алды.


Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге.


Бынан тыш Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Бабилға һөргөнгә ҡыуылған бөтә Йәһүҙә кешеләрен кире ҡайтарам, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһының ҡалыбын һындырып ташлайым».


Йермеяһ пәйғәмбәр һөргөндә иҫән ҡалған аҡһаҡалдарға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә һәм Навуходоносор Йәрүсәлимдән Бабилға ҡыуып алып киткән бөтә халыҡҡа Йәрүсәлимдән хат ебәрҙе.


Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.


Негевтағы ҡалалар бикләнгән. Ҡапҡаларҙы асырлыҡ кеше юҡ. Йәһүҙә халҡы әсирлеккә алып кителде, Тотошлай һөргөнгә ебәрелде.


уның иң өҫкө ботағын һындырып алды. Шунан уны алыш-биреш итеүселәр иленә алып китте, сауҙагәрҙәр ҡалаһына алып барып ултыртты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios