Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 23:2 - Изге Яҙма

2 Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 23:2
21 Referencias Cruzadas  

Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы.


эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл, Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар, Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ.


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Әгәр пәйғәмбәр, ҡаһин йәки башҡа берәйһе «Раббының хәбәре беҙгә йөк булды» тип әйтһә, Мин ул кешене бөтә ғаиләһе менән язалаясаҡмын.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда хәлемде белергә килмәнегеҙ».


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Мин уларҙы язалаясаҡмын. Егеттәре ҡылыстан үлер, ул-ҡыҙҙары аслыҡтан ҡырылыр.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Ошолар өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырайыммы? – тип белдерә Раббы. – Ошондай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?


яланғас инем, кейендерҙегеҙ; ауырыу инем, хәстәрләнегеҙ; төрмәлә инем, хәлемде белергә килдегеҙ», – тип әйтер.


Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.


Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.


Башығыҙҙы күтәреп ҡарағыҙ, Төньяҡтан килгәндәрҙе күрегеҙ. Ҡайҙа һиңә тапшырылған көтөү, Йәрүсәлим? Ҡайҙа һинең иң күркәм ҡуйҙарың?


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Улар көтөүселәре булмағанға күрә таралышты, шул арҡала ҡырағай хайуандарға ем булды.


Ҡара, Мин илгә бер көтөүсе ҡуям: ул бәлә-ҡазаға юлыҡҡандарға ярҙам итмәҫ, аҙашҡандарҙы эҙләмәҫ, имгәнгәндәрҙе дауаламаҫ, һауҙарҙың тамағын ҡайғыртмаҫ. Һимеҙҙәренең итен ашар, хатта тояҡтарына тиклем ҡуптарып алыр.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


«Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. – Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр; Уны ғорур һуғыш аты итер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios