Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 19:3 - Изге Яҙма

3 Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 19:3
18 Referencias Cruzadas  

Раббы Шемуилға былай тине: – Бына Мин Исраилда шундай бер эш ҡылмаҡсымын: уның хаҡында ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.


Ундағы халыҡҡа әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары, Йәһүҙә халҡы, был ҡапҡаларҙан үтеп йөрөгән Йәрүсәлим кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!»


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».


Үҙенән ҡурҡҡандарға ризыҡ бирә, Килешеүен мәңге иҫтә тота.


Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән; Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр,


Эй батшалар, аҡылға килегеҙ! Эй донъя хакимдары, ғибрәт алығыҙ!


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».


Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар, үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар.


Раббы Хаким былай ти: «Бына, бәлә артынан бәлә! Дәһшәтле бәлә килә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios