Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 10:3 - Изге Яҙма

3 Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ул халыҡтарҙың йолалары буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 10:3
17 Referencias Cruzadas  

Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ғәзиз ҡаны менән йолоп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.


Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, күберәк һөйләһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.


Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.


Ҡотолоу туҫтағын юғары күтәрермен, Раббының исемен ҡабатлармын.


Шулай итеп, Мин бөтә яуызлыҡтары өсөн Халҡыма хөкөм ойошторам, Сөнки Үҙ халҡым Мине ташланы, Башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, Үҙ ҡулдары яһаған боттарға сәждә ҡылды.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios