Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 1:1 - Изге Яҙма

1 Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 1:1
23 Referencias Cruzadas  

Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.


Шунда Раббы былай тине: – Эй Йермеяһ, Ғанаҫоҫ кешеләре йәнеңде көҫәп һиңә: «Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итмә, юҡһа беҙҙең ҡулдан үләсәкһең», – тип янай.


Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.


Бынан тыш Бинйәмин ырыуы биләмәһенән уларға көтөүлектәре менән Гевағ, Ғәләмәҫ, Ғанаҫоҫ тапшырыла. Уларҙың ырыуына барлығы ун өс ҡала бирелә.


Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.


Амус улы Ишағыяһтың Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында күргәне.


Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты:


– Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Йермеяһ йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре.


Шулай итеп, Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Исраил кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән хаҡты – утыҙ көмөш тәңкәне алды,


Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине.


Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән.


һәм үҙенең Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Ул Раббы һүҙен еткереүсе Йермеяһ пәйғәмбәр алдында ла баш эймәй.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Галлим ҡыҙы, үкереп ила! Лайша халҡы, уны тыңла! Яуап ҡайтар уға, Ғанаҫоҫ!


Ни өсөн һин үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән Ғанаҫоҫ кешеһе Йермеяһты тыймайһың?


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


сығышы менән Ғанаҫоҫтан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше;


Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:


Тап шул көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәр Бинйәмин ерендәге туғандары араһында үҙенә тейешле ер өлөшөн алыр өсөн Йәрүсәлимдән юлға сыҡмаҡсы булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios