Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йәһүҙә 1:23 - Изге Яҙма

23 Башҡаларын уттан тартып алғандай ҡотҡарығыҙ. Ҡалғандарына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Уларҙың хатта тәне нәжесләгән кейемдәре лә һеҙҙең өсөн харам һәм ерәнгес булһын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Икенселәрен, уттан тартып алғандай, ҡотҡарығыҙ. Башҡаларына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Хатта уларҙың шаҡшы эштәре менән бысранған кейемдәренән дә ерәнегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Башҡаларын уттан тартып алғандай ҡотҡарығыҙ. Ҡалғандарына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Уларҙың хатта тәне нәжесләгән кейемдәре лә һеҙҙең өсөн харам һәм ерәнгес булһын.

Ver Capítulo Copiar




Йәһүҙә 1:23
21 Referencias Cruzadas  

Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».


Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?


Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.


Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.


Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Ул өйҙә ятҡан йәки тамаҡ ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш.


Ҡоролмаһы янһа – төҙөгән кеше зыян күрәсәк. Үҙе иһә ҡотолоп ҡаласаҡ, әммә ут эсенән сыҡҡандай ҡотоласаҡ.


Ә хәҙер урамдарҙа һуҡыр һымаҡ аҙашып йөрөйҙәр, Кейемдәренә ҡаҡашып ҡан ҡатҡан; Һис кем уларға тейергә баҙнат итмәй.


Мәней тейгән һәр туҡыма йәки күн кейем йыуылһын. Кискә саҡлы ул әйбер нәжес һаналыр.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушылған булыр.


Икеләнгәндәргә мәрхәмәтле булығыҙ.


Ул урам буйлап килде лә, ирле ҡатын өйөнә табан йүнәлде –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios