Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йәһүҙә 1:13 - Изге Яҙма

13 Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.

Ver Capítulo Copiar




Йәһүҙә 1:13
12 Referencias Cruzadas  

Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр.


Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Села


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios