Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 1:4 - Изге Яҙма

4 Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 1:4
32 Referencias Cruzadas  

Был юлы Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Ғамми тип исем ҡуш, сөнки һеҙ Минең халҡым түгел, Мин дә һеҙҙең Аллағыҙ түгелмен, – тине.


Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Рухама тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым.


Һин апайыңдың юлын ҡыуҙың, шуға күрә Мин ҡулыңа уның яза туҫтағын тотторам».


Улар Оһоланың оятын асты, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алды, үҙен ҡылыстан үткәрҙе. Уны язаға дусар иттеләр, һәм уның ҡатындар араһында яманаты таралды.


Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. –


Миңә хыянат иткән Исраилды, зинаһы өсөн айырылышыу ҡағыҙы тоттороп, ҡыуып ебәрҙем. Шул саҡта ла ҡарындашы хаин Йәһүҙәнең ҡурҡмағанын, фәхешлеккә бирелгәнен күрҙем.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.


Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.


Ҡалаға барғас, Йеһу, Раббы Ильясҡа әйткәнсә, Ахавтың унда ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен тулыһынса ҡырып бөтөрҙө.


Ул Шимғонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Шимғонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Шимғонһың, әммә Кефас тип аталырһың, – тине. Кефас һәм Петрус «ҡая» тигәнде аңлата.


Зәкәрьяһ яҙыу таҡтаһы һорап алды ла: «Уның исеме – Яхъя» тип яҙҙы. Быға барыһы ла аптырашта ҡалды.


Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш.


Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.


Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.


Минең Аллам кире ҡағыр уларҙы, Сөнки Уға ҡолаҡ һалманылар. Шуға ла ҡәүемдәр араһында Толҡа тапмай гиҙәсәктәр.


Ер иһә ашлыҡҡа, шарапҡа һәм зәйтүн майына яуаплар, Ә улар Изреғилгә яуап бирер.


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Зәкәрьяһ Яровғам улы ултырҙы һәм алты ай батшалыҡ итте.


Икенсе көндө Пашхур Йермеяһты ҡалыптан сығартты. Шул саҡ Йермеяһ уға былай тине: – Раббы һинең исемеңде Пашхур түгел, «Магор-Миссавив» тип атаны.


Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем,


Ахавтың Самарияла етмеш улы бар ине. Йеһу Самарияға Изреғилдең түрәләренә, аҡһаҡалдарға һәм Ахав улдарының тәрбиәселәренә хат ебәрҙе. Хатта былай тип яҙылғайны:


Бынан һуң пәйғәмбәр булған ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылдым һәм ул, ауырға ҡалып, ир бала тапты. Раббы миңә: – Уға Маһер-Шалал-Хаш-Баз тип исем ҡуш, – тине. –


Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: «Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios