Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 9:9 - Изге Яҙма

9 Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 9:9
25 Referencias Cruzadas  

Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».


Күп теләнегеҙ ҙә аҙ алаһығыҙ, Аҙын да өйгә алып ҡайтһағыҙ, елгә осорам. Нилектән? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки Минең йортом емерек ята, Һеҙ үҙ өйөгөҙҙө хәстәрләйһегеҙ.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин халҡымды алыҫтағы ҡәүемдәр араһына һипһәм дә, төрлө илдәргә таратһам да, барған урындарында уларға Мин Үҙем ваҡытлыса Изге торлаҡ булдым».


Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм: Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар. Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр.


Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.


Ғөзәйер Йәрүсәлимгә Артахшаста батша хакимлығының шул уҡ етенсе йылында, йылдың бишенсе айында килеп етә.


Йә, Алла, ошонан һуң беҙ нимә әйтә алабыҙ? Беҙ һинең бойороҡтарыңды һанға һуҡманыҡ бит.


Ҡайҙа китәйем Рухыңдан, Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан?


Раббы һеҙҙе ҡайғы-ғазаптарҙан, ҡурҡыуҙан, ауыр эштән ҡотҡарған көндө,


Йәрүсәлимдәге Раббы йортона килгәс, ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары Алла йортон нигеҙенән тергеҙеү өсөн хәйер-саҙаҡа бирҙе.


Ниһайәт, мин уларға: – Ниндәй бөлгөнлөктә йәшәгәнебеҙҙе күрәһегеҙҙер, – тинем. – Йәрүсәлим емерелгән, ҡапҡалары яндырылған. Әйҙәгеҙ, Йәрүсәлимдең диуарҙарын төҙөйөк тә башҡа былай хурланып йәшәмәйек.


Улар Һине тыңларға теләмәне, Һин улар өсөн эшләгән мөғжизәләрҙе онотто, тиҫкәрелектәренә барып, ҡоллоҡҡа кире ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юлбашсы һайлап ҡуйҙы. Әммә Һин – ғәфү итеүсе Алла, мәрхәмәтле, рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтлеһең. Һин уларҙы ташламаның.


Улар боронғо харабаларҙы аяҡҡа баҫтырыр, Элекке емереклектәрҙе ҡабат төҙөр, Әллә нисә быуындар буйы Ташландыҡ ятҡан ҡалаларҙы яңынан ҡорор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios