Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 9:10 - Изге Яҙма

10 Йә, Алла, ошонан һуң беҙ нимә әйтә алабыҙ? Беҙ һинең бойороҡтарыңды һанға һуҡманыҡ бит.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 9:10
10 Referencias Cruzadas  

Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;


Эй бөйөк Хакимым! Исраил халҡы дошман алдынан ҡасырға мәжбүр булғас, нимә тип әйтә алам?


– Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.


Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.


Ҡолдарың пәйғәмбәрҙәр аша беҙгә: «Һеҙ хужа булыр өсөн барған ер унда йәшәгән халыҡтарҙың ерәнгес ғәмәлдәре менән нәжесләнгән, был әшәкелек сиктән ашҡан, – тинең. –


Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.


Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы.


Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән йолоп алды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios