9 Беҙ уларҙың аҡһаҡалдарынан: «Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт итте?» – тип һораныҡ.
Батшаға шул мәғлүм булһын: һинең илдән күскән йәһүдтәр беҙҙең яныбыҙға, Йәрүсәлимгә, килеп был фетнәсел яман ҡаланы төҙөй башланы, әле улар диуарҙарын аяҡҡа баҫтыра, нигеҙҙәрен йүнәтә.
Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара.
Бынан тыш, беҙ һиңә яҙып ебәреү өсөн, уларҙың был эште башлап йөрөүселәренең исемдәрен дә белештек.