Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 5:6 - Изге Яҙма

6 Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 5:6
7 Referencias Cruzadas  

Өлкә етәксеһе Рехум, кәтип Шимшай һәм уларҙың хеҙмәттәштәре – хөкөмдарҙар, күҙәтселәр, түрәләр; фарсылар, Әрәх, Бабилдан сыҡҡан кешеләр, Шушандан килгән ғеламдар,


Дарий батша шундай фарман сығарҙы: Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән унан китһен.


Шул саҡта уларға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре килеп: – Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт бирҙе? – тине.


Артахшаста батшаның хатының күсермәһе уҡылып бөтөр-бөтмәҫтән Рехум менән Шимшай һәм уларҙың әшнәләре шунда уҡ Йәрүсәлимгә йәһүдтәр янына ашыҡты һәм, көс ҡулланып, уларҙы эштән туҡтарға мәжбүр итте.


Бына Артахшаста батшаға ебәрелгән хаттың күсермәһе: Артахшаста батшаға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән ҡолдарыңдан.


Ул хатта бына нимәләр яҙылғайны: Дарий батшаның иҫән-аман булыуын теләйбеҙ!


Улар батшаның фармандарын батша һанаттарына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына тапшырҙы һәм тегеләр Исраил халҡына һәм Алла йортона ярҙам күрһәтте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios