Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 4:9 - Изге Яҙма

9 Өлкә етәксеһе Рехум, кәтип Шимшай һәм уларҙың хеҙмәттәштәре – хөкөмдарҙар, күҙәтселәр, түрәләр; фарсылар, Әрәх, Бабилдан сыҡҡан кешеләр, Шушандан килгән ғеламдар,

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 4:9
16 Referencias Cruzadas  

Дарий батша шундай фарман сығарҙы: Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән унан китһен.


Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе.


Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды.


Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә,


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.


Йәһүҙәнең батшаһы Сидкияһ хакимлыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәргә Ғелам тураһында Раббы һүҙе булды.


Зимри, Ғелам, Мадайҙың барлыҡ батшаларына;


Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»


Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.


Ул көндәрҙә Шушан ҡалаһындағы ҡәлғәлә батша тәхетендә ултырған Ахашверош


Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.


Өлкә етәксеһе Рехум һәм кәтип Шимшай, Йәрүсәлим халҡын яманлап, батша Артахшастаға яҙған хатта былай тиелгәйне:


Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине.


Шул саҡта уларға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре килеп: – Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт бирҙе? – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios