Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 4:7 - Изге Яҙма

7 Фарсы батшаһы Артахшаста дәүерендә Бишлам, Миҫредаҫ, Тавеил һәм уларҙың әшнәләре Артахшастаға ялыу яҙҙы. Хат арами телендә яҙылғайны.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 4:7
12 Referencias Cruzadas  

Хилҡияһ улы Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора.


Халдей аҡыл эйәләре батшаға арами телендә: – Батшабыҙға мәңге йәшәргә яҙһын! Беҙгә, ҡолдарыңа, төшөңдө һөйлә, беҙ уны юрарбыҙ, – тине.


Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора.


Батша былай тип яуап ҡайтарҙы: Өлкә башлығы Рехумға, кәтип Шимшайға, уларҙың Самарияла һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы башҡа урындарҙа йәшәгән хеҙмәттәштәренә сәләм!


Өлкә етәксеһе Рехум, кәтип Шимшай һәм уларҙың хеҙмәттәштәре – хөкөмдарҙар, күҙәтселәр, түрәләр; фарсылар, Әрәх, Бабилдан сыҡҡан кешеләр, Шушандан килгән ғеламдар,


Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе.


Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарының дошмандары, һөргөндән ҡайтҡандар Исраил Аллаһы Раббының ҡорамын ҡайтанан төҙөй икән, тип ишеткәс,


Өлкә етәксеһе Рехум һәм кәтип Шимшай, Йәрүсәлим халҡын яманлап, батша Артахшастаға яҙған хатта былай тиелгәйне:


Улар батшаның фармандарын батша һанаттарына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына тапшырҙы һәм тегеләр Исраил халҡына һәм Алла йортона ярҙам күрһәтте.


Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,


Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.


Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм. Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios