Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 3:4 - Изге Яҙма

4 Ҡанунда яҙылғанса, Ҡыуыш байрамы үткәреп, көн һайын тәғәйенләнгән һанда тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙеләр.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 3:4
14 Referencias Cruzadas  

Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Йәһүдтәрҙең Ҡыуыш байрамы яҡынлашҡас,


Вафат булғанға тиклем уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде.


Көн һайын даими рәүештә ҡорбан усағында бер йәшлек ике тәкә бәрәсте ҡорбанға килтер.


Ҡарап эшләтеүселәр иһә: – Кирбесте көн һайын һаламығыҙ бар саҡтағы күләмдә һуғығыҙ, – тип талап итте.


Дауыт, Раббының Килешеү һандығы эргәһендә көндәлек хеҙмәтте башҡарһын өсөн, Асаф менән уның туғандарын,


Бынан тыш, нәҫел исемлектәренә индерелгән өс һәм унан юғары йәштәге ир балаларға – бер мәл Раббы ҡорамына үҙҙәренең вазифаларына һәм төркөмдәренә ярашлы көндәлек хеҙмәтен башҡарырға тейешле һәммәһенә – өлөш бирелә.


Раббы Мусаға былай тине:


Билдәләнгән байрамдарығыҙҙа Раббыға килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан, татыулыҡ ҡорбандары ана шулар. Уларҙы әйткән нәҙерегеҙ буйынса, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән килтерә торған саҙаҡаларға өҫтәмә рәүештә тәҡдим итегеҙ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios