Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 3:10 - Изге Яҙма

10 Төҙөүселәр Раббы ҡорамына нигеҙ һалғас, Исраил батшаһы Дауыт ҡалдырған күрһәтмә буйынса, ҡаһиндар, махсус кейемдәрен кейеп, борғолар ҡысҡыртып, Асаф нәҫелендәге левиҙәр, һуҡма тәрилкәләр алып, Раббыны данларға баҫты.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 3:10
26 Referencias Cruzadas  

Кем был көндө башланған эште әһәмиәтһеҙ тип хисаплай алыр? Был көндө кешеләр Зеруббавелдың ҡулында ауыртмаҡ күреп шатланыр. Был ете шәм иһә – Раббының бөтә ер йөҙөн байҡаған ете күҙе ул.


Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә.


дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш.


Һеман менән Йедуҫун, борғола, һуҡма тәрилкәлә һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, Аллаға йырларға тейеш була. Йедуҫун улдары иһә ҡапҡа һаҡлай.


Дауыт, Раббының Килешеү һандығы эргәһендә көндәлек хеҙмәтте башҡарһын өсөн, Асаф менән уның туғандарын,


Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була.


Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була.


Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы.


Шешбассар килеп, Йәрүсәлимдә Алла йортона нигеҙ һалды; шунан алып хәҙергәсә төҙөлөш дауам итә, тамамланмаған әле».


Зыңғылдауыҡ тәрилкәләр һуғып данлағыҙ! Яңғырауыҡ тәрилкәләр сыңлатып данлағыҙ!


Бөгөнгө көндән алып артабан нимә булырын күҙәтегеҙ. Раббы йортона нигеҙ ташы һалынғансы,


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».


Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр.


Ун һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хананиға – улар ун ике.


бөтә йырсы левиҙәр – йоҡа етендән кейенгән, ҡулдарына лира, арфа, һуҡма тәрилкәләр тотҡан Асаф, Һеман, Йедуҫун, уларҙың улдары һәм туғандары ҡорбан усағының көнсығыш яғына теҙелә. Уларҙың янында борғо ҡысҡыртыусы йөҙ егерме ҡаһин була.


Шунан һуң үҙҙәренә һәм ҡаһиндарға бешерәләр, сөнки быға тиклем ҡаһиндар, Һарун улдары, төнгә тиклем тотош яндырыу ҡорбанын һәм эс майын яндырыу менән мәшғүл була. Шул сәбәпле левиҙәр һуңынан үҙҙәре менән Һарун нәҫелдәре – ҡаһиндар өсөн әҙерләй.


Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios