Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 10:9 - Изге Яҙма

9 Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 10:9
10 Referencias Cruzadas  

Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай, Ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара.


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Ахашверош батша хакимлығының етенсе йылында, тевеҫ тип аталған унынсы айҙа Эстерҙы батша һарайына алып килделәр.


Һөргөндән ҡайтҡандарҙың был хыянаты арҡаһында Исраил Аллаһының бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған бөтә кеше яныма йыйылды. Мин киске ҡорбан ваҡытына тиклем хәсрәткә батып ултырҙым.


Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!


Кем дә кем өс көн эсендә килмәй, түрәләрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡарары буйынса уның бөтә мөлкәте тартып алына, ул үҙе һөргөндән күсеп ҡайтыусылар йәмғиәтенән ҡыуыла.


Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ.


Был хәл туғыҙынсы айҙа булды. Батша ҡышҡы һарайында ултыра, алдында ҡуҙлы йылытҡыс янып тора ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios