Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 10:7 - Изге Яҙма

7 Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә һөргөндән ҡайтҡандарҙың һәммәһенә Йәрүсәлимдә йыйылырға, тип хәбәр ебәрелде.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 10:7
4 Referencias Cruzadas  

Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай.


Унан Ғөзәйер, Алла йорто алдынан китеп, Әлйәшив улы Йеһоханан бүлмәһенә барҙы һәм ҡунырға ҡалды. Ул ашаманы ла, эсмәне лә, күсеп ҡайтыусыларҙың хыянатына ҡайғырып иланы.


Кем дә кем өс көн эсендә килмәй, түрәләрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡарары буйынса уның бөтә мөлкәте тартып алына, ул үҙе һөргөндән күсеп ҡайтыусылар йәмғиәтенән ҡыуыла.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios