Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 10:3 - Изге Яҙма

3 Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 10:3
25 Referencias Cruzadas  

Һөргөндән ҡайтҡандарҙың был хыянаты арҡаһында Исраил Аллаһының бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған бөтә кеше яныма йыйылды. Мин киске ҡорбан ваҡытына тиклем хәсрәткә батып ултырҙым.


Бына шуға күрә беҙ яҙма рәүештә ныҡлы килешеү төҙөйбөҙ һәм ҡултамға итеп башлыҡтарыбыҙ, левиҙәребеҙ һәм ҡаһиндарыбыҙ уға мөһөр баҫа.


– Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө.


Аллағыҙ Раббының бөгөн һеҙҙең менән төҙөйәсәк антлы килешеүен ҡабул итер өсөн тораһығыҙ һеҙ.


– Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине.


Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Раббы Муса аша биргән ҡанунда: «Исраил халҡы етенсе айҙың байрам көндәрендә ҡыуыштарҙа йәшәһен», – тигән яҙыуҙы таптылар.


Ошоларҙың барыһы ла сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған һәм ҡайһы берҙәренең ҡатындары уларға бала ла тапҡайны инде.


Алланың ошо ергә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы һүҙҙәрен ишетеп, күңелең йомшарҙы һәм Алла алдында үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең. Эйе, Минең алда ысынлап та тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –


Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.


Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем.


Йеһоядағ Раббы халҡы булыуы тураһында Раббы менән батша һәм халыҡ араһында килешеү төҙөнө. Шулай уҡ ул батша менән халыҡ араһында килешеү төҙөнө.


Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ.


Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.


Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ.


Мөһөрҙәрен баҫтылар: Хахалъяһ улы Нөхәмияһ – өлкә башлығы, Сидкияһ,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios