Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 1:7 - Изге Яҙма

7 Фарсы батшаһы Кир ҡасандыр Навуходоносор Раббының Йәрүсәлимдәге йортонан алып китеп, үҙ илаһы йортона ҡуйған һауыт-һабаны сығартты.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 1:7
13 Referencias Cruzadas  

Раббы ҡорамындағы һауыттарҙың бер өлөшөн Навуходоносор Бабилға алып китеп үҙенең Бабилдағы һарайына ҡуя.


Бынан тыш Навуходоносор Йәрүсәлимдәге ҡорамдан Бабилға алып киткән алтын-көмөш һауыттар кире алып барылһын, улар Алла йортонда һәр береһе үҙ урынына ҡуйылһын».


Бынан тыш, Кир батша Бабил ҡорамынан Алла йортоноң алтын-көмөш һауыттарын да кире ҡайтарып бирҙе – уларҙы Навуходоносор Йәрүсәлим ҡорамынан Бабил ҡорамына алып киткәйне. Был һауыттарҙы Кир батша үҙе өлкә башлығы итеп тәғәйенләгән Шешбассар тигән кешегә тапшырҙы.


Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.


Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә.


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios