Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 1:6 - Изге Яҙма

6 Уларҙың бергә йәшәгән бөтә күрше-күләне хәйер-саҙаҡанан тыш көмөш һауыт-һаба, алтын, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, ҡиммәтле әйберҙәр биреп ярҙам итте.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 1:6
12 Referencias Cruzadas  

Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине.


Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен.


Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.


Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ.


Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды.


Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте.


Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios