Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 1:5 - Изге Яҙма

5 Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 1:5
11 Referencias Cruzadas  

Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.


Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.


эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:


Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.


Кеше күңелендә ниәт ҡора, әммә бөтә нәмәгә яуап – Раббынан.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен.


Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios