Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 1:4 - Изге Яҙма

4 Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 1:4
15 Referencias Cruzadas  

Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм Аллаға ҡорбан килтерер өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым.


Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.


Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.


Ана шулай Исраил халҡы араһынан Муса аша Раббы эшләргә ҡушҡан эштә ҡатнашырға теләк белдергән бөтә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға үҙ ихтыяры менән бүләктәр килтерҙе.


Уның халҡынан булғандар – Аллалары улар менән булһын! – Йәһүҙәгә, Йәрүсәлимгә барһын һәм Исраилдың Аллаһы Раббыға – Йәрүсәлимдәге Аллаға йорт һалһын.


Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.


Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.


Йә Раббы, Исраил Аллаһы, Һин ғәҙелһең! Бөгөнгө көнгә тиклем беҙ бәләкәй генә төркөм теребеҙ. Бына беҙ, гонаһҡа батып, Һинең алдыңда торабыҙ, хәйер, был хәлдә Һинең алдыңда торорға ла хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең.


Һау ҡалғандар, Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡөҙрәтле Аллаға кире ҡайтыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios