Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 1:1 - Изге Яҙма

1 Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 1:1
23 Referencias Cruzadas  

Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;


Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.


Батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Навуходоносор төш күрҙе; йән тыныслығын юғалтып, тамам йоҡоһо ҡасты.


– Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.


Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.


Зеруббавел да, Йешуағ та, Исраилдың башҡа нәҫел башлыҡтары ла уларға: – Аллабыҙҙың йортон төҙөүҙә һеҙҙең менән бер ниндәй уртаҡлығыбыҙ ҙа юҡ. Фарсы батшаһы Кирҙың бойороғо буйынса, Исраил Аллаһы Раббыға йортто беҙ үҙебеҙ генә төҙөйәсәкбеҙ, – тине.


Хакимлығының тәүге йылында Кир батша Йәрүсәлимдәге Алла йорто тураһында ошондай фарман сығарҙы: «Шунда ҡорбан килтереү өсөн йорт төҙөлһөн, уның нигеҙен ныҡ итеп һалһындар; бейеклеге лә, киңлеге лә алтмышар терһәк булһын;


Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.


Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм».


Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был.


Улар менән бергә һәр береһе ҡалҡанлы, торҡалы фарсыларҙы, куштарҙы, путтарҙы;


Аҙаҡтан Дарий батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүемдәргә һәм ҡәбиләләргә былай тип яҙҙы: «Именлек һәм муллыҡ һеҙгә!


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти:


Даниил һарай хеҙмәтендә Кир батша хакимлығының беренсе йылына тиклем ҡалды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios