Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 9:7 - Изге Яҙма

7 «Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 «Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 «Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 9:7
14 Referencias Cruzadas  

Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә, Тирға, Сидонға ярҙам итерлек Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр. Раббы пелештиҙәрҙе, Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер.


Ашшур батшаһы Ахаздың үтенесен тыңланы һәм, ғәскәре менән Дамаскка һөжүм итеп, уны яулап алды, халҡын Ҡыйр ҡалаһына һөргөнгә ҡыуҙы, ә Ресинды үлтерҙе.


Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы.


Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.


Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.


Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.


«Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.


Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!


Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.


Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.


Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.


Бына уларға ҡаршы өс йөҙ яу арбаһы булған бихисап ғәскәре менән Куш батшаһы Зерах яу аса. Ул Марешаға еткәс,


Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios