Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 9:2 - Изге Яҙма

2 Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 9:2
15 Referencias Cruzadas  

Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.


Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин, Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да – Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы.


– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. –


Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –


Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас, Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор.


Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.


Тәкәбберлеге күккә ашһа ла, Башы болоттарға тейеп торһа ла,


Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.


Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ, һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың.


Һыу буйында үҫкән һис бер ағас бынан ары ул тиклем юғары күтәрелмәһен, остары болоттарға теймәһен! Һыуға туйған һис бер ағас ундай бейеклеккә ирешмәһен өсөн эшләнде был. Уларҙың барыһы ла, фани бәндәләр менән бергә, үлем соҡорона, түбәнге донъяға дусар ителгән“.


Ә һин: „Алла нимә белә? – тиһең. – Ҡараңғылыҡ аша нисек хөкөм ҡылһын?


Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios