Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 9:15 - Изге Яҙма

15 Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 9:15
16 Referencias Cruzadas  

Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам.


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә – яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаҫ. Хәүефһеҙ йәшәрҙәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ.


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Йәһүҙә – мәңгелеккә, Йәрүсәлим быуындан-быуынға ҡалыр.


Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен».


Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.


Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.


Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным. Села


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: Был ерҙә кешеләр йәнә өйҙәр, баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары һатып ала башлаясаҡ“».


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Йәһүҙә менән Исраилға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын, уларҙы элекке кеүек нығытырмын.


уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, һәр яҡҡа таралған халҡым Исраилды үҙҙәре киткән ҡәүемдәр араһынан йыйып алып, үҙ ерҙәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Сөнки уларҙы ата-бабаларына биргән илдәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios