Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 8:10 - Изге Яҙма

10 Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 8:10
30 Referencias Cruzadas  

Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр.


Һәр кем сәсен, һаҡалын ҡырыр, Ҡулдарын йәрәхәтләр, биленә ҡыл туҡыма урар.


Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.


Күңел асыуҙарына – байрамдарына, Яңы ай байрамдары, шәмбеләренә – Барлыҡ тантаналарына сик ҡуям.


Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.


Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, – тип белдерә Раббы Хаким, – Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»


Шау-шыулы йырҙарыңдан арала Мине, Лирағыҙҙың ауазын ишеткем килмәй.


Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын.


Байрамда үҙегеҙ, ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар бергәләшеп күңел асығыҙ.


атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», – тип ҡысҡырып илай башланы.


Әгәр берәйһенең башындағы сәсе ҡойолһа, тимәк, ул ялтас. Был кеше пак һаналыр.


Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр.


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Йөрәгебеҙҙә шатлыҡ бөттө, Бейеүҙәребеҙ ҡайғыға әйләнде.


– Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә: «Ахыры етте! Илдең дүрт тарафының да ахыры етте.


Йәрәшелгән йәрен юғалтып, Хәсрәт кейеме кейгән йәш ҡыҙ һымаҡ илағыҙ.


«Байрамдарығыҙҙы күрә алмайым, кире ҡағам, Тантаналы йыйындарығыҙҙы хуш күрмәйем, – ти Раббы. –


Минең арфам хәҙер иңрәп илай, Һыбыҙғым һыҡтаусы кеүек ыңғыраша.


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios