Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 6:8 - Изге Яҙма

8 Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 6:8
28 Referencias Cruzadas  

Раббы Хаким Үҙенең изгелеге менән ант итә: «Оҙаҡламай һеҙгә сират етер, Һәммәгеҙҙе ырғаҡ менән һөйрәрҙәр, Ҡармаҡҡа эләктереп тартырҙар.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең барлығы менән ант итте: «Һине саранча тубы баҫып алғандай, Дошман сиреүе менән тултырасаҡмын. Һиндә уларҙың еңеү ауаздары яңғырап торор».


Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ.


Уның нығытмаларында Алла Үҙен Ышаныслы һаҡлаусы итеп танытты.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария, Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып, Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар».


Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“».


Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.


Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.


Эй Алла, булдыр миндә саф йөрәк, Булмышымда ҡаҡшамаҫлыҡ рух яңырт.


Быны күреп, Раббы асыуланды, Улдары һәм ҡыҙҙарынан Ул ваз кисте.


Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.


Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ.


– Раббы былай ти: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –


Үҙ халҡым Миңә урмандағы арыҫлан һымаҡ булды, Ул Миңә ҡаршы тауыш күтәрҙе; Шуға күрә уға нәфрәтләндем.


Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы Хаким шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.


Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.


Ҡалалары өҫтөндә ҡылыс ялтырар, Ҡаһиндарын ҡыйыр, ниәттәрен йотор.


«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».


«Байрамдарығыҙҙы күрә алмайым, кире ҡағам, Тантаналы йыйындарығыҙҙы хуш күрмәйем, – ти Раббы. –


Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, – тип белдерә Раббы Хаким, – Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған Шараптан еңелгәндәрҙең ҡалаһына – Әфраим эскеселәренең тәкәббер тажына, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһенә ҡайғы!


„Үҙемә мөһабәт һарай һалдырам, Өҫкө бүлмәләрен иркен итәм“, – тигән, Уға тәҙрәләр уйған, Кедр менән матурлап көпләгән, Ҡыҙылға буятҡан кешегә – ҡайғы!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios