Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 5:17 - Изге Яҙма

17 Арағыҙҙан Мин үткәндә, Йөҙөм баҡсаларында ла иңрәү торор», – ти Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Арағыҙҙан Мин үткәндә, Йөҙөм баҡсаларында ла иңрәү торор», – ти Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Арағыҙҙан Мин үткәндә, Йөҙөм баҡсаларында ла иңрәү торор», – ти Раббы.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 5:17
11 Referencias Cruzadas  

Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.


«Моавтың уңдырышлы еренән Шатлыҡ-ҡыуаныс тартып алынды; Йөҙөм һыҡҡыстарҙан аҡҡан һутты туҡтаттым; Инде геүләшеп уны иҙмәҫтәр. Бында – тауыш, тик шатлыҡ ауазы түгел.


Уңдырышлы баҫыуҙарҙан уйын-көлкө юҡҡа сыҡты. Йөҙөм баҡсаларында һис кем йырламай, Шатлыҡ тауыштары яңғырамай; Йөҙөм һыҡҡыстарҙа һис кем емеш иҙмәй, Ҡыуаныслы ауаздар туҡталды.


Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам: Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ, Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ, Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр».


Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө.


Раббы былай ти: «Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа, Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар. Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем, Бынан ары һине яфаламам.


«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.


Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.


Муса фирғәүенгә: – Раббы былай ти: «Төн уртаһында Мысыр буйлап үтермен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios