Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 5:10 - Изге Яҙма

10 Ҡала ҡапҡаһы янында хөкөм мәлендә фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Ҡала ҡапҡаһы янында, хөкөмдә, фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Ҡала ҡапҡаһы янында хөкөм мәлендә фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 5:10
24 Referencias Cruzadas  

Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр.


Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнде.


Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле, шуға ла, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.


– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Пәйғәмбәрҙе күргәс, Ахав уға: – Эй Исраилдың баш бәләһе, был һинме? – тине.


Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә?


Йүнһеҙ әҙәм үҙен фашлағанды яратмаҫ, ул аҡыл эйәһе янына яҡын юламаҫ.


Бер ерҙә лә хәҡиҡәт юҡ, Яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше талана. Раббы быларҙы күрҙе һәм хәҡиҡәт юҡлығына әрнене.


Батша һарайы әһелдәренең береһе Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләх Йермеяһты һыу соҡорона ташлағандарын ишетеп ҡалды. Был ваҡытта батша Бинйәмин ҡапҡаһы янында ултыра ине.


«Һис кем башҡа берәүҙе хөкөм итмәһен! Бер кем дә бүтәнгә ғәйеп ташламаһын. Минең дәғүәм һинең менән бит, эй ҡаһин.


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Ҡаһин уны ҡараһын һәм кешенең тиреһе ағарып шешкән, төктәре ағарған һәм шешектәге яра сеп-сей ит икән,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios