Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 4:9 - Изге Яҙма

9 Һеҙҙең сәсеүлектәрегеҙҙе ҡыуан ел көйҙөрҙө, онло ысыҡ бөтөрҙө. Һеҙҙең емеш баҡсаларын, йөҙөм, инжир, зәйтүн ағастарын саранча баҫты. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Һеҙҙең сәсеүлектәрегеҙҙе ҡыуан ел көйҙөрҙө, онло ысыҡ бөтөрҙө. Һеҙҙең емеш баҡсалары, йөҙөм, инжир, зәйтүн ағастарын саранча баҫты. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Һеҙҙең сәсеүлектәрегеҙҙе ҡыуан ел көйҙөрҙө, онло ысыҡ бөтөрҙө. Һеҙҙең емеш баҡсаларын, йөҙөм, инжир, зәйтүн ағастарын саранча баҫты. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 4:9
21 Referencias Cruzadas  

Мин һеҙгә ҡыуан ел, боҙ-борсаҡ ебәрҙем, сәсеүлегегеҙҙе үңәҙ ҡырҙы, хеҙмәт емештәрегеҙҙе харап иттем, ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр.


Күс-күс булып оса саранча! Беренсе күс ашап бөтмәгәнде, Икенсеһе, өсөнсөһө йыпыра; Ә уларҙан нимә тороп ҡала, Шуны дүртенсе күс ҡырып һала.


Бөтә ҡалаларығыҙҙа тешкә элеп ҡабыр аҙыҡ, Һәр урында тәғәм ризыҡ ҡалдырманым. Ләкин Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


Ике-өс ҡала халҡы бер булып күрше ҡалаға һыу эҙләп юлланды, ләкин унда ла туя эсерлек һыу тапманы. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


«Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.


Йөҙөмдәремде харап иттеләр, Инжир ағасымды кимерҙеләр, Ҡайырыһына тиклем мөнйөп бөттөләр, Бары ҡыу ботаҡтары ағарып ҡалды.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы.


Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.


Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы,


Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы,


Бөтә ағастарығыҙҙы, тупрағығыҙҙың уңышын сиңерткәләр ашап бөтөр.


Әммә һеҙ, ут яҡҡан, Ялҡынлы уҡ менән ҡоралланған һәр кем Үҙегеҙҙең утығыҙҙың, Ҡыҙған уҡтарығыҙҙың ялҡынына юлығығыҙ. Минән аласағығыҙ шул: Ғазап эсендә ятасаҡһығыҙ!


Инжир сәскә атмаһа ла, Йөҙөм емеш бирмәһә лә, Зәйтүн емеше уңмаһа ла, Баҫыу ашлыҡ бирмәһә лә, Кәртәлә һарыҡ, Аҙбарҙа һыйыр тормаһа ла –


Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?


Уңышығыҙ харап булмаһын тип, Йөҙөм ағасы емешһеҙ ҡалмаһын тип, Һеҙҙең хаҡҡа ҡомһоҙ ҡоротҡостарҙы туҡтатам, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios